Мәҙәниәт йылында тигеҙ мәғлүмәт алыу мөмкинлеге

23 ғинуар Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы белгестәре быйыл Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Мәҙәниәт йылын арнап “Бөтәһе лә файҙалана алған китапханала күреү һәләттәре сикләнгән кешеләрҙең мәғлүмәт алыу мөмкинлеген ойоштороу” тип аталған тифлосессия үткәрҙе. Һөйләшеү барышында һүҙ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең милли мәҙәниәт, донъя халыҡтары мәҙәниәте өлгөләре менән яҡындан танышыу мөмкинлеген биреүсе мәғлүмәтте кешеләргә еткереү мөмкинлектәре тураһында барҙы.
Китапхана белгесттәре шулай уҡ “Асыҡ мөхит” тыуҙырыуҙы күҙ уңында тотҡан “Уңайлы мөхит” Федераль программаһын тормошҡа ашырыу менән бәйле бер-нисә һорауҙы; күреү һәләте сикләнгән кешеләрҙе компьютер технологиялары ярҙамында киң мәғлүмәт менән таныштырыу, сәләмәтлеге сикләнгән балаларға китап уҡыуҙы әүҙемләштереү өсөн китапхана эшенең интерактив мөмкинлектәрен һәм ысулдары менән бәйле һорауҙарҙы ла ҡараны. Тифлосессияны тыңлаусыларға Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында сығарылған мәғлүмәт-методик ҡулланмалар тураһында мәғлүмәт еткерелде. Тифлосессияла ҡатнашыусылар иһә, экскурсия ваҡытында Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы эшмәкәрлегге менән танышты. 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.