«Һөнәрме әллә йөрәк тибешеме?»

Сергей Круль
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында билдәле музыкант, языусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Сергей Круль менән осрашыу үтте. Круль өсөн иң мөһиме йөрәк тибеше, уның ижады: йырҙар, китаптар, ижтимағи-сәйәси әҙәбиәт - нескә йөрәге, йәне аша уткән.
Уҡыусылар менән осрашыуҙы Крулдең «Мин Өфөлә тыуҙым» йырының видео-ролигын  күрһәтеү менән башлап ебәрҙеләр. Был юҡҡа ғына түгел, сөнки Сергейҙың бөтә ғүмере яратҡан ҡалаһы менән бәйләнгән, уның әҫәрҙәрендә лә Өфөгә мөхәббәте һәм киләсәге тураһында  ҡайғыртыуы сағыла.
Сергей Круль 1953 йылда Өфө ҡалаһында билдәле рәссам Леонид Круль ғаиләһендә тыуған.
Сергей Леонид улы  үҙенең беренсе романсын - Николай Рубцовтың шиғырына яҙа.
1998-1999 йылдарҙа Сергей Круль тауыш  студияһында эшләй, компакт-дисктар яҙҙыра.
Ул уҡыусыларға үҙенең нисек итеп әҙәбиәт ижад итеүгә килеүе тураһында һөйләне. «Минең атайым - рәссам Леонид Круль» тигән, үҙенең беренсе китабын 1995 йылда яҙа башлай.
Тағы бер китабы автобиографик йөкмәткеле. 2007 йылда “Ағиҙел” нәшриәте  «минең әсәйемдең йорто » тигән китабын баҫып сығара.
Сергей Круль күп концерттар ҡуя, музыкаль-шиғриәт осрашыуҙар үткәреп тора.
2013 йылда Башҡортостан Республикаһының   мәғариф министрлығы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогик университеты “Хәҙерге Өфө нәфис сәсмә әҫәре (1992-2012)” хрестоматия яҙмаһын баҫып сығаралар.
Сергей Круль осрашыу барышында нимә тураһында ғына һөйләмәһен, шиғри һуҙҙәрен  гитара аккомпоненты менән нығытып ҡуя барҙы. Уҡыусыларға бигерәк тә ҡалаға бағышлаған «Йәшел сарафан» йыры оҡшаны.
Йомғаҡлап Сергей Круль махсус китапхананың уҡыусыларына үҙенең китаптарын һәм йырҙары яҙҙырылған диск бүләк итте. Тағы ла,  үҙенең йырҙарын "һөйләүсе" китаптар базаһына  индереүгә ризалығын бирҙе 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.