Ғабдулла Әхмәтшин: тыуған ерҙең тәбиғәте миңә көс бирә.

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында Мәҙәниәт йылына арналған  шәхси күргәҙмә презентацияһында  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Ғабдулла Әхмәтшиндың хеҙмәттәре күрһәтелде.
Күргәҙмәгә фотограф иғтибарын йәлеп иткән һәм фотообьективҡа эләккән ике йөҙгә яҡын тәбиғәт һәм кеше тормошонан төрлө күренештәр һәм кейеҙ баҫыу буйынса бер-нисә эш ингән.
Ғабдулла Зәкир улы Миәкә районының Шатман-тамаҡ ауылында тыуған. Үҙенең беренсе  шедеврын биш йәшендә үк -  Ю.Васнецовтың “Өс баһадир ” һүрәтенең күсермәһен эшләй.
Ғабдулла Зәкир улы рәссам ғына түгел, музыкаль яҡтан да һәләтле - ул йырлай, ҡурайҙа уйнай, “Хазина” фольклор төркөмө етәксеһе.
2004 йылда Ғабдулла Зәкир улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исем бирелә.
Рәссам презентацияла ҡатнашыусыларға үҙенең «Аҡмулланы төшөмдә күрҙем» (2013 йылда «Китап» нүшриүтендә баҫтырыла) тигән китабы тураһында һөйләне.
Күргәҙмәне асыуҙа махсус китапхананың уҡыусылары ғына түгел, ә Өфө райондары китапханасылары һәм семинарҙы тыңлаусылар  ҡатнашты.
Күргәҙмә көн һайын 9-00 сәғәттән 18-00 сәғәткә тиклем эшләй. Шәмбе көнө ял. Инеү бушлай.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.