Бөтә Рәсәй ғилми-практик конференцияла ҡатнашыу.

Участие во Всероссийской научно-практической конференции
13 июль Яҡутияла "Төбәктәрҙең мәҙәни йөҙөндә махсус китапханаларҙың мәғәнәһе" Бөтә Рәсәй ғилми-практик конференцияһы асылды. Сара һуҡырҙар өсөн республика китапханаһының 55 йыллығына арналды. 

Конференция эшендә Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы директоры Айгөл Әминева ҡатнаша. 
Саха республика мәҙәниәт һәм рухи үҫеш министры Юрий Куприянов билдәләүенсә, бындай конференцияларҙы үткәреү - төбәктәр менән ижтимағи-мәҙәни бәйләнештәрҙе яйға һалыу, китапхана эше, волонтерлыҡ, йәмғиәт хеҙмәте өлкәһендә тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн мөһим. 
Яҡут республикаһын төбәктәр, ҡатнашыусылар менән йылы хеҙмәттәшлек мөнәсәбәттәре бәйләй. Был ике көндә докладтар менән 50 спикер сығыш яһаясаҡ. Быйыл Саха республикаһына йөҙ йыл, һәм шуның 55 йылында бында һуҡырҙар өсөн республика китапханаһы эшләй. Ул, шулай уҡ, ошо конференцияның ойоштороусыһы. Был конференция яңы үрҙәргә ынтылыу һәм яңы пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн башланғыс нөктә булыуын теләйем, - тине министр. 
Конференцияла Мәскәү, Өфө, Ҡазан, Владивосток, Чита, Яҡутия махсус китапханаларынан алты етәксе һәм китапханасылар ҡатнаша. Бөтәһе 70 ҡатнашыусы теркәлгән. Күбеһе - Екатеринбург, Воронеж, Саранск, Төмән, Новосибирск, Калуга, Красноярск, Хабаровск, Белгород, Киров, Тамбов, Майкоп, Липецк һәм Яҡутия һәм республика белгестәре конференцияла онлайн форматта ҡатнашасаҡ. 
Конференция РФ төбәктәрендәге махсус китапханалар, мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары, Саха республикаһының йәмғиәт, белем биреү, ижтимағи ойошмалары хеҙмәткәрҙәрен берләштерә.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.