Лайыҡлыларға наградалар

Награды достойным
Республика көнө алдынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров РФ һәм БР дәүләт наградалары менән бүләкләне. Бөтәһе 62 кеше билдәләнде: уларға ордендар, исемдәр, почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулар исемлегенә махсус китапхананың баш китапханасыһы Морозова Валентина Ефим ҡыҙы ла инде.
Уның эш стажы 48 йылдан ашып китә. Махсус китапханаға ул 1995 йылда килә. Уның китапханаға индергән өлөшө сикһеҙ ҙур. Валентина Ефим ҡыҙы китапхана фондын төрлө әҙәбиәт менән тәъмин итә. Электрон каталогтар төҙөй, "Руслан" автоматлаштырылған китапхана- мәғлүмәти системаны тормошҡа ашырыуҙа ла ярҙам итә. Ул "Руслан АБИС" тезаурусының авторы. Бының өсөн апайыбыҙ коррекцион әҙәбиәтте өйрәнә, тифлобелгестәргә мөрәжәғәт итә, конференцияларҙа ҡатнаша, Һамар һәм Свердловск өлкәләрендәге коллегаларҙың тәжрибәһен ҡуллана.
Валентина Ефим ҡыҙы инвалидтар менән шөғөлләнеү буйынса күп көс һала. Белем, яңы һөнәр алыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға ярҙам итә.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.