Рәсәй көнөнә

Уфа БРСБС
8 июнь махсус китапхананың “Нур” балалар үҙәгендә кескәйҙәр өсөн “Минең ҡалам – Рәсәй тамсыһы” сараһы уҙҙы.
Балалар викторина-уйын ярҙамында баш ҡалабыҙ менән нығыраҡ танышты.
Китапханасылар ярҙамында логик мәсьәләләр, йомаҡтар систеләр. Ата-әсәләр нөктәле һүрәттәр төшөрөргә ярҙам иттеләр.
Сара аҙағында бөтәһе лә “Өс баһадир. Йыраҡ ярҙарҙа” субтитрлы һәм тифлокомментарийлы йәнһүрәтен ҡараны.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.