15 ноябрҙә Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының ял итеү залында бер юлы ишетмәгән дә, күрмәгән дә уҡыусылар өсөн “Беҙ сәй өҫтәле артында әңгәмәләшәбеҙ”исеме аҫтында сираттағы ултырыш булды. Ҡатнашыусыларҙы китапхана хеҙмәткәрҙәре яңылыҡтар менән таныштырғас, бер юлы ишетмәгән дә, күрмәгәндәргә ярҙам итеүсе ойошма“Со-единение”матди яҡтан ярҙам күрһәтеп сәй эсергә төрлө тәм-томдар килтергәйне. Бер береһе менән аралашып сәй эскәндә, өҫтәлдәге ризыҡтарҙың бешереү ысулдары менән дә таныштылар уҡыусылар.
Новости
13.11.2015
13 ноябрҙә бөтә донъяла Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө билдәләнә. Ошо көнгә “Мегафон” компанияһы күреү һәләттәре насар булған һәм ишетмәгән ҡулланыусыларға Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһына һуҡырҙар һәм ишетмәгәндәр өсөн ҡулайлаштырылған фильмдарҙың дисктарын бүләк иттеләр.
11.11.2015
Ошо исем аҫтында 10 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Был сара “Аҡ таяҡ” айлығы эсендә үтте. Фекер алышыуҙа йыл да китапханала бушлай ойошторолоусы компьютер курстарының сығарылыш уҡыусылары ҡатнашты.
Страницы
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 493
- 494
- 495
- 496
- 497
- 498
- 499
- 500
- 501
- …
- следующая ›
- последняя »