Новости

28.10.2020
Опера-сказка «Город мастеров»

Яков Солодухоның опера-әкиәтен Н.И. Сац исемендәге Мәскәү дәүләт академик балалар музыкаль театры артистары, хоры һәм оркестры башҡара. Дирижер: Виктор Яковлев. 1972 йыл. Тауыш тректары киләһе һылтанма буйынса:
Источник Культура.РФ: https://www.culture.ru/materials/253751/gorod-masterov 
27.10.2020
Заключительный этап конкурса по избирательному праву

28 октябрь 14:00 сәғәттә ZOOM майҙанында мөмкинлектәре сикле граждандар араһында һайлау хоҡуғы буйынса конкурс үтәсәк. 
Һуңғы икенсе турҙа 18 йәштән оло бар теләүселәр ҙә ҡатнаша ала. Беренсе тур һөҙөмтәләре буйынса, дөрөҫ яуап биргән ҡатнашыусылар берәр балл алдылар.

27.10.2020
Ивану Бунину посвящается
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре И. А. Буниндың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған әҙәби ҡумта үткәрҙе. 
Иван Бунин рус яҙыусылары араһында тәүгеләрҙән булып Нобелев премияһына лайыҡ була. Ул бөтә донъяға билдәле классик. 
Рус яҙыусыһының тормош һәм ижад юлына бағышланған китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Сарала шиғырҙары яңғыраны, китапханасылар уның әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.