Новости

24.03.2021
Выставка работ уфимской художницы Алии Нияскуловой
Махсус китапханала Өфө рәссамы Әлиә Ниәҫҡолованың "Һөйөү менән..." тип аталған эштәр күргәҙмәһе асылды. 
Әлиә Башҡортостанда тыуған һәм уҡыған. Ошонда уҡ ижад юлын башлай. 
Экспозицияла рәссамдың элекке эштәре тәҡдим ителә. Беҙҙең китапхана Әлиәнең һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн ҡулайлаштырылған һүрәттәрен һайлап алды. 
Күргәҙмә 2021 йылдың 1 октябренә тиклем дауам итә.
24.03.2021
Прошел Республиканский семинар
24 март Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында онлайн режимда Республика семинары үтте. 
Семинарҙы ойоштороусылар РБ-ның мәҙәниәт министрлығы һәм махсус китапхана. 
Тәүге сәләмләү һүҙен РБ мәҙәниәт министрлығы министры Әминә Шафиҡова алды. Ул үҙенең инвалидтар менән эшләүҙә белгестәрҙең оҫталығына өмөт итеүен белдерҙе. 
24.03.2021
Диалог на равных
Башҡортостан республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы менән берлектә һайлау хоҡуғы һорауҙары буйынса онлайн лекторияны дауам итә. 
Сираттағы осрашыуҙа ҮҺК хоҡуҡ тәьмин итеү Аппараты етәксеһе Рәсих Шәмсутдинов сығыш яһаны. Лекторийға Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Бәләбәй, Учалы ҡалаларынан 18 йәштән оло һуҡыр һәм насар күреүсе граждандар ҡушылды.
Ентекләберәк https://cikrb.ru/ сайтында уҡый алаһығыҙ.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.