Новости

22.03.2021

Халыҡ-ара ҡурсаҡ театры көнөнә

К Международному дню театра кукол
19 март махсус китапхана Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәптә "Ҡурай тураһында легенда" ҡурсаҡ театрын күрһәтте. Ҡурсаҡтарҙы йөрөтөүсе булып интернат-мәктәптең 6-сы класс уҡыусылары сығыш яһаны. Ролдәрҙә: Сагин Артемий, Әбсәләмова Әҙилә, Абдураимов Тимур, Мөхәмәтова Айгизә, Шәйхәйҙәрова Аделина, Әсмәндияров Эмиль, Шефер Роман, Әхмәтғәлиева Рузилә.
21.03.2021

"Прогресс эше өсөн көрәшсе" китап күргәҙмәһе

Книжная выставка «Неутомимый борец за дело прогресса»
Махсус китапхана абонементы ҡулланыусылары иғтибарына немец яҙыусыһы Генрих Манндың тыуыуына 150 тулыу айҡанлы китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. 
Манн Генрих - немец гуманисы, прозаик һәм яҙыусы, эпик романдар оҫтаһы Томас Манндың ҡустыһы. Ул бай ғаиләлә 1871 йылда тыуған. Атаһы ғаилә бизнесын алып барған, шулай уҡ 1877 йылдан алып Любек ҡалаһының сенатында эшләй. 
1894 йылда уның тәүге әҫәре "Бер ғаиләлә" донъя күрә. Һуңынан бер-бер артлы романдары сыға башлай. 
17.03.2021

Шиғри сәғәт

Поэтический час
6 март "Илһам" әҙәби клубы сиктәрендә махсус китапханала шиғри сәғәт үтте. 
Сарала ҡатнашыусылар төрлө шиғри жанрҙар менән танышты. Һәр жанр төрөнә рус һәм сит ил шағирҙарының әҫәрҙәре яңғыраны. 
Шулай уҡ Ғүмәр Хәям шиғырҙары ла уҡылды. 
Сара аҙағында әҙәби кисә ҡунаҡтары билдәле классиктарҙың тавтограммалары менән дә танышты.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.