Новости

28.12.2023
Книжная выставка произведений Марселя Салимова
Махсус китапхана абонементы Марсель Сәлимовтың әҫәрҙәренән торған китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә яҙыусының тыуыуына 75 йыл тулыуға арнала. 
Марсель Сәлимов (псевдонимы Мар. Сәлим) Борай районы Сәйет-Көрйә ауылында 1949 йылда донъяға килгән. Атаһы Сәлимгәрәев Шайнур Сәлимгәрәй улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауыл корреспонденты булған. Фәймә Фәмүтдинова - әсәһе - ауыл эшсеһе, колхозда эшләй. 
26.12.2023
Прошел очередной квест
Махсус китапханала "Ҡараңғыла йөрөү" квесы үтте. Ҡыҙыҡлы уйын Пушкин картаһы буйынса үткәрелде. Сарала Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары ҡатнашты. 
Ҡатнашыусылар китапханасылар етәкселеге аҫтында һәм үҙаллы ҡараңғы бүлмәләр буйлап йөрөнөләр. Был уларға һуҡырҙар тормошон тойорға һәм аңларға ярҙам итте. Тауыштар, еҫтәр барыһы ла уларға тәҡдим ителде. 
Уйын аҙағында ҡатнашыусылар тифлокомментарийлы йәнһүрәт ҡаранылар.
#пушкинскаякарта
20.12.2023
Книжная выставка «Конституция -основной закон государства»
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана абонементы "Конституция - дәүләттең төп ҡануны" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә Башҡортостан республикаһының конституция ҡабул итеүенә 30 йыл тулыуға арнала. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.