Новости

02.01.2024
Золушка (с тифлокомментариями)
Надежда Кошеверова һәм Михаил Шапироның "Көлһылыу" фильмы зәңгәр экрандарға 1947 йылда сыҡты. Сценарийҙы драматург Евгений Шварц яҙа. Ул Шарль Перро яҙған әкиәтте аҙыраҡ үҙгәртеп, уға ирония һәм юмор өҫтәй. 
Көлһылыуҙы Янина Демо, ә батша улын Алексей Консовский уйнай. Картинала, шулай уҡ, Фаина Раневская, Василий Меркурьев, Сергей Филиппов һ. б. артистар ҡатнаша. Төп геройҙарҙың йырҙарын Любовь Черника һәм Юрий Хочинский башҡара. 
2009 йылда фильм реставрациялана һәм төҫлө итеп төшөрөлә. 
01.01.2024
Назифа Кадырова
Махсус китапхананың хөрмәтле ҡулланыусылары! 
Һеҙҙең иғтибарға актёр, йырсы, РСФСР халыҡ артисы, Башҡорт АССР халыҡ артисы, Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Фидан Ғафаровтың концертын ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. 
Шулай уҡ, БАССР атҡаҙанған артисткаһы, Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы, РФ атҡаҙанған артисткаһы Нәзифә Ҡадырованы тыңларға саҡырабыҙ. 
Рус, совет, башҡорт һәм татар авторҙарының әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.
01.01.2024
Предлагаем к просмотру
Махсус китапхананың хөрмәтле ҡулланыусылары! 
Бөгөн, 1 ғинуар, һеҙҙең иғтибарға бер-нисә трансляция тәҡдим итәбеҙ: 
Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры. Төнгөлөккә әкиәт. Г. Х. Андерсон "Борсаҡ өҫтөндә принцесса". РБ атҡаҙанған артисткаһы Гөлшат Ғайсина уҡый. https://www.youtube.com/channel/UCXg67D8XkmbFlD4InptY 
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 
БДҠТ артистары башҡарыуында "Төнгөлөккә әкиәт" рубрикаһы.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.