Әҙәби бүлмә
Махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәптең 6-7-се класс уҡыусылары өсөн "Салтыков-Щедриндың әкиәттәр донъяһы" әҙәби сара үткәрҙе. Сара яҙыусының тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған.
Сара барышында үҫмерҙәр яҙыусының тормош һәм ижад юлы менән танышты, "Бер егет нисек ике генералдың тамағын туйҙырған" тифлокомментарийлы йәнһүрәтен ҡаранылар, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.