"Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйын фестивале 

14-17 сентябрь Өфөлә беренсе тапҡыр "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйын фестивале үтәсәк. Ул ғилем, сәнәғәт, белем биреү белгестәре һәм ата-әсәләр берләшмәләре өсөн уникаль майҙан булып торасаҡ. Фестивалдә 140 уйындар һәм уйынсыҡтар яһаусы, етештереүсе, уйлап сығарыусылар, дизайнерҙар, оҫталар тәҡдим ителәсәк. 

Бөтә Рәсәй уйын фестивале сиктәрендә, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана майҙанында "Дауалаусы уйындар" сараһы үтәсәк. Бында ҡунаҡтар "Етем төлкө" башҡорт халыҡ әкиәте мотивы буйынса ҡурсаҡ спектаклен ҡарай аласаҡ. Спектаклдә Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша. Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫтереүсе өҫтәл уйындарын демонстрациялау буласаҡ, тактиль китаптар яһау буйынса мастер-класс үтәсәк, "Бергәләп уҡыйбыҙ. Балалар өсөн тактиль китаптар" китап күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. 
Шуны әйтеп үтергә кәрәк, һуҡыр балалар өсөн уйынсыҡтар мөһим функция үтәй. Уйынсыҡ деталдәрен тотоп ҡарау ҡулдың кесе хәрәкәтенә ыңғай йоғонто яһай. Хайуан һәм предметтар образдары менән таныштыра. 
Китапханасылар ата-әсәләр өсөн тактиль китаптар яһау буйынса мастер-класс үткәрәсәк. 
Программаның төп ваҡиғаһы булып пленар сессия буласаҡ. Уның сиктәрендә, шулай уҡ, "Глобаль үҙгәрештәр дәүерендә бала һәм уйын" бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы һәм эшҡыуарлыҡ өсөн практик лекторийҙар рәте үтәсәк. 
Дүрт көн дауамында Совет майҙанында Рәсәй уйынсыҡ етештереүселәренең күргәҙмәһе, уйынсыҡтар демонстрацияһы, тест-драйв ойоштороласаҡ. Фестиваль ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы программа көтә: тематик конкурстар һәм мастер-кластар, спорт турнирҙары, асыҡ балалар телестудияһы, "Непоседы", "Домисолька" кеүек популяр балалар коллективтары, шулай уҡ, Ваня Дмитриенко һәм Милана Хаметова, "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!" программаһының сығышы көтәсәк. 
"Әйҙә уйнайыҡ" фестивалендә "Балалар һайлай" бөтә Рәсәй конкурсының бер этабы үтәсәк. Рәсәй уйындарын һәм уйынсыҡтарын етештереүселәр, "Алтын айыуҡай" Милли премияһы лауреаттары майҙанда үҙҙәренең яңы уйынсыҡтарын тәҡдим итәсәктәр, ә балалар уларға тест үткәрәсәк. Кескәй белгестәр оҡшаған уйынсыҡтарына тауыш бирәсәк. Фестиваль программаһы рәсми сайтта: https://xn--80aaaldze4dt4h.xn--d1acj3b/ 
Сараны ойоштороусылар: БР хакимиәте, балалар өсөн тауарҙар индустрия предприятиелар Ассоциацияһы, РФ сауҙа һәм етештереү министрлығы, РФ ағартыу министрлығы, Рәсәй белем биреү академияһы

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.