"Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйын фестивале тамам

Всероссийский фестиваль игры «Айда играть» завершился
14 сентябрь Өфөлә беренсе тапҡыр "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйын фестивале уҙҙы. Фестивалдә 140 етештереүсе, уйынсыҡ яһаусы, уйлап табыусылар, дизайнерҙар ҡатнашты. 

Фестиваль сиктәрендә махсус китапхана майҙанында "Етем төлкө" башҡорт халыҡ әкиәте мотивы буйынса ҡурсаҡ спектакле күрһәтелде. Спектакль актерҙары - Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбе тәрбиәләнеүселәре. 
Шулай уҡ майҙанда үҫтереүсе өҫтәл уйындары, тактиль китаптар һәм "Бергәләп уҡыйбыҙ. Балалар өсөн тактиль китаптар" китап күргәҙмәһе тәҡдим ителде. 
Һуҡыр балалар өсөн уйынсыҡтар мөһим функция үтәй. Уларҙы тотоп ҡарап балалар донъяны өйрәнәләр. Башҡортостан республика башлығы Радий Хәбиров һуҡыр балалар өсөн бындай уйындарҙың актуаллеген билдәләп үтте. 
Махсус китапхана майҙанын Рәсәй йырсыһы Элвин Грэй ҙа килеп ҡараны. Ул күргәҙмә майҙандары менән танышты һәм ҡурсаҡ спектаклендә ҡатнашыусы балаларҙы йылы сәләмләне. 
Йәш актерҙарҙы Башҡортостан республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина ҡотланы һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 
Беҙ үҙебеҙҙең майҙанда Паралимпия уйындары чемпионы, атҡаҙанған Рәсәй спорт мастеры Рима Баталованы күреүебеҙгә лә шат булдыҡ. 
"Дауалаусы китаптар" майҙаны ҡунаҡтарын Рәсәй яҙыусыһы, прозаик, сәйәхәтсе Камил Йыһаншин сәләмләне. Камил Фәрух улы китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм кескәй уҡыусылары менән күрешеүгә шат булды. 
Майҙандан фотолар беҙҙең Бәйләнештә селтәрендә.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.