Ватанды һаҡлаусылар көнөнә

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышлап, махсус китапханала “Илебеҙҙең ысын улдары” сараһы үтте. Китап уҡыусыларыбыҙ һәм студенттар “Хәрби ағай-энеләр” ветерандар ойошмаһының Башҡортостан бүлеге етәксеһе Альбер Нияз улы Шаһиморатов осрашыуға үҙе килде.
Альберт Нияз улы әрме сафтарында тиерлек тәрбиәләнеп үҫә. Урта белем алғандан һуң Новосибирск юғары хәрби-политик училищеһына уҡырға инә. Афған һуғышында ҡатнаша. “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” һәм Жуков миҙалдары менән бүләкләнгән.
Афғандан һуң, 1983-1988 йылдарҙа Ҡазан юғары танк училищеһына килә. 1993 йылдан ул Өфөлә МВД юғары мәктәбендә хеҙмәт итә.
Сарала ул үҙенең хәрби тормошо, ротаһы, иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Афған йылдарынан хәтерендә ҡалған бер-нисә йырҙы башҡара.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.