Ваҡыт буйлап сәйәхәт тураһында китаптар

Ваҡыт буйлап сәйәхәт тураһында китаптар
 
Фантастик әҫәрҙәр яратыусылар клубы сиктәрендә, 17 май М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында онлайн әңгәмә үтте. 
Сарала М. Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжы студенттары ҡатнашты. Улар яратҡан китаптарынан алған тәҫьораттары менән бүлеште. 
Әңгәмә барышында китапханасы студенттар менән бергә билдәле фантастик һәм мажара әҫәрҙәрен иҫкә төшөрҙөләр: Джек Лондондың "Йондоҙҙар араһында сәйәхәт"е, Гарри Гаррисондың "Ваҡытҡа туннеле", Стивен Кингтың "11/22/63" һ.б. 
Сара аҙағында ҡатнашыусылар китапхана фондында һаҡланған китаптар менән танышты.

https://i.mycdn.me/videoPreview?id=2541074582102&type=37&idx=12&tkn=OOBvA29nBoCquoD0VuuRemFnLN8&fn=external_8

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.