Уҡыусы менән интервью 

Интервью с читателем.
1 ноябрь Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында китапханасылар "Одноклассники" социаль селтәрендә тура эфирҙа интервью үткәрҙе. Темаһы: "Китапхана йөҙҙәре: фантастика меридианы". Интервьюла беҙҙең даими ҡулланыусы  Олег Бугров ҡатнашты. 

Олег Лев улы Бугров 1960 йылда Горький ҡалаһында тыуған. Һуҡырҙар өсөн мәктәп-интернатта уҡый. 
1984 йылда Өфөгә күсеп килә. БДПУ-ның тарих факультетында уҡый. Оҙаҡ ваҡыт бейеү, шиғыр һәм проза уҡыу менән шөғөлләнә.   Дәүләт һәм йәмғиәт ойошмаларынан почет грамоталары ала. 1984 йылдан алып махсус китапхананың әүҙем ҡулланыусыһы. 
Интервью барышында төрлө темалар ҡуҙғатылды:  айырыуса, тарихсы булараҡ, заманса фантастика әҫәрҙәргә уның ҡарашы. 
Олегтың яратҡан авторҙары: Герберт, Уэллс, Жюль Верн.
Интервью Одноклассники социаль селтәрендә үтте. Эш барышында ҡулланыусылар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе https://ok.ru/live/3402530430806
 

Точка зрения автора может не совпадать с официальной позицией ГБУК РБ БРСБС им.М.Х.Тухватшина.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.