“Тыныслыҡ” дәресе– “был көн тарих биттәрендә”

“Тыныслыҡ” дәресе– “был көн тарих биттәрендә”
Рәсәйҙә йыл һайын 3 сентябрҙә – терроризмға ҡаршы Берҙәмлек көнө билдәләнә. Был көн 2004 йылда  Төнъяҡ Осетияның Беслан  ҡалаһындағы фажиғәғә бәйле. Ул көндө террористик акт һөҙөмтәһендә 330 кеше һәләк булды, уларҙың 186-һы балалар, уның иң кесеһенә– 6 ай ғына ине.
4 сентябрҙә Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбе уҡыусылары Республикабыҙҙың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында  Беслан ҡорбандарын иҫкә алып май шәмдәре яндырҙылар,бер минутҡа тын ҡалдылар һәм “Терроризмға нисек ҡаршы көрәшергә була?”– тигән һорауға яуап бирҙәләр.
Илебеҙҙә терроризмға юл ҡуймаҫ өсөн төрлө милләт халҡы үҙ-ара дуҫ йәшәргә, бер- береһенә түҙемлелек, һәр кемдең диненә, мәҙәниәтенә, йолаларына ҡарата ихтирамлы  булырға тейеш, тигән фекергә килде уҡыусылар.
Сараның  аҙағында Башҡортостан киностудияһы эшләгән тауышландырылған аңлатмалы “Һунарсы улы” һәм “Иҫәр Бүре” тигән мультфильмдәр ҡаранылар.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.