“Таганок” балалар китап театры I Республика фестивалендә ҡатнашыу.

Участие в I Республиканском фестивале театра детской книги «Таганок».
Өфөлә, Халыҡ-ара театр көнө айҡанлы, 39-сы китапхана базаһында “Таганок” балалар китап театры I Республика фестивале үтте. Сараны “Өфө балалар китапханалары үҙәкләштерелгән системаһы” һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ойошторҙо. Сара театр көнөнә, М. Кәримдең тыуыуына һәм Башҡортостан республикаһына 100 йыл тулыуға арналды.
Фестивалдә махсус китапхана “Етем төлкө” әкиәтен театрлаштырып, призлы урынға лайыҡ булды. Өфө ҡалаһының 28-се корррекцион интернат-мәктәбе уҡыусылары ҡурсаҡ йөрөтөүселәр булып сығыш яһаны. Ҡурсаҡтарҙы уҡытыусылар һәм Республика балалар белем биреү технопаркы яһаны.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.