Степан Злобин тураһында тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте

Историко-краеведческий час о Степане Злобине
21 ноябрь, махсус китапханала, "Илһам" клубы сиктәрендә "Степан Злобиндың тормошо" тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте үтте. Сара рус совет яҙыусыһы, шағир, педагог, Сталин премияһы лауреаты Степан Злобиндың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналды. 
Степан Злобиндың тормошо һәм ижады Башҡортостан менән тығыҙ бәйле. Тап ул беренселәрҙән булып роман жанрында Салауат Юлаев тураһында китап яҙа. Был роман тәүге һәм иң масштаблы тарихи роман. Башҡорт халыҡ геройының тормошон һәм хәрби юлын тулы итеп тасуирлай. Роман шундуҡ бестселлерға әйләнә һәм күп тапҡыр нәшер ителә. Сит телдәргә тәржемә ителә. Башҡорт телендә ул Рәшит Ниғмәти тәржемәһендә сыға. 
Яҙыусының иң билдәле романдары - "Степан Разин", "Буяндар утрауы", "Салауат Юлаев", "Хәбәрһеҙ юғалғандар" - илебеҙ тарихының ҙур ваҡиғаларына арналған. Степан Павел улы совет әҙәбиәтендә иң төп тарихи прозалар оҫталарының береһе булды. 
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Степан Злобиндың тормошо һәм ижад юлы менән танышты. "Тауыштан уҡыу" режимында "Салауат Юлаев" романынан өҙөк тыңланылар.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.