2024 йылдың 11 мартында IV «АРТ-Ҡоролтай» мәҙәни форумы сиктәрендә «Аҡ таяҡ» халыҡ-ара хәйриә фестивале авторы һәм патронессаһы, йырсы Диана Гурцкая Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында танышыу экскурсияһында булды. Махсус китапхана директоры Айгөл Әминева махсус китапхананың төҙөлөү тарихы, эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре, китапханала күреү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн уңайлыҡтар булдырылыуы, әҙәбиәт фонды һәм уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү ысулдары, шул иҫәптән интернет аша һәм китаптарҙы өйгә килтереү менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.