Өфөлә Рәшит Ниғмәтиҙең шиғырҙар йыйынтығы Брайль шрифы менән нәшер ителде

Избранная лирика Рашита Нигмати
Башҡорт әҙәбиәте классигы Рәшит Ниғмәтиҙең юбилей йылында М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында Брайль ҡабарынҡы-нөктәле шрифы менән «Һайланма лирика» шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡты. 
Китапхананың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был баҫма ярҙамында китапхананың һуҡыр ҡулланыусылары Рәшит Ниғмәти ижадының жанр-стиль үҙенсәлегенә сумасаҡ. Техник эшкәртеүҙән һуң яраҡлаштырылған баҫма һуҡырҙар өсөн үҙәк китапханаға һәм уның Белорет, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы филиалдарына тапшырыласаҡ.
Рәшит Ниғмәти 1959 йылда Мәжит Ғафуриҙан һуң Башҡорт АССР халыҡ шағиры исемен алған икенсе әҙәбиәтсе була. Ул шулай уҡ драматург, балалар яҙыусыһы булараҡ, боронғо рус әҙәбиәте ҡомартҡыһы «Игорь полкы тураһында һүҙ», Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Степан Злобин һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә талантлы тәржемә итеүҙәре менән билдәле.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.