Социаль практик фестиваль үтте

Прошел фестиваль социальных практик
29 март һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында “Халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған төркөмдәрен адаптациялаштырыуҙа китапханалар эшмәкәрлеге” социаль практик республика фествале үтте. Фестивалде Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы һәм махсус китапхана ойошторҙо. Фестивалдә дөйөм хеҙмәтләндереү китапханалары белгестәре, инвалидтар менән эшләүсе махсус китапханалар ҡатнашты. Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министрлығының социаль мәҙәниәт бүлеге мөдире Альбина Юлдашбаева бындай сараларҙың актуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.
Директор йөкләмәһен ваҡытлыса башҡарыусы И. Н. Күсәрбаева ҡунаҡтар менән таныштырҙы. Директор урынбаҫары В. Н. Пантелеева инвалидтар менән эшләү, махсус китапханаларҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Екатерина Савельева семинарҙа ҡатнашыусыларҙы, әүҙем ялды ойоштороуҙа, уйын технологияларының мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Китапхана ҡулланыусылары өсөн нисек скульптураларҙы һәм һүрәттәрҙе терелтеү, республика мәҙәниәте һәйкәлдәрен нисек итеп лото уйыны аша өйрәнеү буйынса мастер-класс күрһәтте.
Шулай уҡ, бик файҙалы мәғлүмәттәр менән Нефтекамск, Октябрьск, Күмертау, Өфө ҡалаларынан, Хәйбулла, Асҡын, Борай, Шишмә райондарынан килгән китапхана белгестәре уртаҡлашты.
Семинарҙың йомғаҡлау өлөшөндә, түңәрәк өҫтәл артында белгестәр практик һорауҙарҙы асыҡланы.
Семинарҙа ҡатнашыусылар практик эштәрҙе үҙҙәре һайлап алды. Проекттарҙың авторҙарына бүләктәр ҙә тапшырҙылар.
Яҙыусы, сатирик Марсель Сәлимов үҙенең һөйләй торған “Президент бесәйе” китабын презентацияланы. Китап, автор тарафынан, махсус китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында тауышландырылды.
Семинарҙа 17 ҡала һәм 25 райондағы китапхана системаһы белгестәре ҡатнашты.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.