Рәсем күргәҙмәһе.

Выставка одной картины в Библионочь 2017
Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Мөнир Зөбәйеров “Библитөн” Бөтә Рәсәй рамкаһында күргәҙмәһен үткәрә.
Уның картиналары тере һәм теүәл, бөйөк һәм абсолют. Һәр бер төҫө күңелгә ниндәйҙер наҙлы яңғырауыҡ булып яғыла, яйлап ҡына тәбиғәткә инергә, уны аңларға ярҙам итә.
Мөнир Зөбәйеров 20-нән ашыу күргәҙмәлә ҡатнаша. Шуларҙың һигеҙе – шәхси күргәҙмәһе. Күп эштәре сит илдә шәхси коллекцияла һаҡлана. 2011-2012 йылдарҙа Башҡортостан рәссамдарының эштәре Пьемонтта, Италияла тәҡдим ителде. Шуларҙың береһендә сәнғәт тәнҡитсеһе Джорджио Барберис Мөнир Зөбәйеровтың “Ҡаҙ үләне” картинаһын маҡтап үтте.
“Ҡаҙ үләне” (2009) йөрәктәргә үтеп инерҙәй һүрәттәрҙең береһе. Боронғо ауыл ихатаһы. Ҡасандыр был бик тәрбиәле урын булған, тик хәҙер унда ҡый үләндәре, серегән һарай, утынға ярырға тип әҙерләп ҡуйылған ағас төбө генә. Әммә балтаһыҙ... Олоғайған ҡатын ошо ихатаны буйлай. Таныш картина. “Атайым мәрхүм булғас, әсәйем гел дә ошо урында йөрөй торғайны. Үткән ауыр, әммә шаулы, балалар тауышына тулған тормошон хәтерләй ине”, - ти Мөнир Мөҙәрис улы.
Рәссам үҙе академик йүнәлешкә тоғро ҡалам, ти. Рәсем мәктәбенең изге йолаларын, үткәндәрҙең мәҙәни ҡиммәтен өҫтөн ҡуя. Әммә иң мөһиме – ябай халыҡтың аңлауы, таныуы.
22 апрель сәғәт 17:00 алып 21:00 тиклем сәнғәт һөйөүселәрҙе үҙебеҙҙең махсус китапханала көтөп ҡалабыҙ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.