Рәиф Бадыҡовтың: “Кадр эсенә сумыу”

Раиф Бадыков: "Погружение в кадр"

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы экология йылына бағышлап “Кадр эсенә сумыу” фото-эштәрен тәҡдим итә. Күргәҙмәлә танылған фоторәссам Рәиф Бадыҡовтың утыҙға яҡын ижады урын алған. 

Буласаҡ фоторәссам 1946 йылда Башҡорт АССР-ның Йәрмәкәй районы Исламбахты ауылында эшсе ғаиләһендә донъяға килә.  

1963 йылдан алып Рәиф Өфөлә йәшәй һәм эшләй. “Төҙөүсе тауышы” гәзите менән хеҙмәттәшлек итә башлай. 1980 йылдан “Киске Өфө” гәзитенә фотокорреспондент булып тәғәйенләнә. 1983 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Рәиф Бадыҡов “Республика Башҡортостан” гәзитендә эшләй. Уның фотолары гәзиттең күп материалдарын биҙәй. Ул барлыҡ республиканы урап сыҡҡан, күп ауыл-ҡалаларҙы күргән, билдәле шәхестәр, дәүләт эшмәкәрҙәре менән осрашҡан шәхес.  

1979 йылдан алып “Ағиҙел” кинофотоклубында әүҙем эшләй, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фото-күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Рәсәй ҡалаларында, Францияла, Ҡытайҙа, Төркиәлә һ.б. илдәрҙә лә эштәре күрһәтелә. 1991 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы фоторәссамдары иҫәбенә инә.  

2001 Йылда Өфөлә “Рәиф Бадыҡовтың йөҙ мәле” фотоальбомы баҫтырыла. 2006 йылда “Асыш юлдары” исемле документаль һәм әҙәби икенсе йыйынтыҡ донъя күрә.  Коллегалары менән бергә Рәиф Бадыҡов “Ҡоролтай”, “Башҡортостан”, “Өфө”, “Ҡара диңгеҙ” һ.б. фотоальбомдарын сығара.  

Фотопортрет Рәифтең яратҡан жанры. Киң танылыу яулаған “Борис Домашников”, “Зәйнәб апа”, “Мостай Кәрим” портреттарының да авторы тап ул.  

Китапханала тәҡдим ителгән күргәҙмәлә документаль һәм әҙәби фотолар урын алған. Күп өлөшө һуңғы 5 йылда төшөрөлгән. Рәиф Бадыҡовтың ижадына дәүләт һәм йәмәғәт юғары баһа ҡуя. “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре”, “Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре” почетлы исемдәренә лайыҡ. Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Рафаэль Исламов исемендәге премиялар лауреаты.  

Күргәҙмә Өфө ҡалаһы, 47 адресы буйынса урынлашҡан. Транспорт туҡталышы: Витамин заводы.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.