Республиканың мәҙәни ял итеү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн тифлосессия

Тифлосессия для сотрудников культурно-досуговых учреждений республики
 
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре онлайн режимда "Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн мәҙәни ял итеү учреждениелары" тифлосессияһын үткәрҙе. 

Тифлосессия барышында махсус китапхана директоры Айгөл Әминева, директор урынбаҫары Ирина Күсәрбаева, инновация-методика бүлеге мөдире Ирина Борисевич, тифлобаҫма бүлеге мөхәррире Фәнүр Бәҙретдинов сығыш яһанылар. 
Ҡатнашыусылар һуҡырҙар менән эшләүҙең бер йүнәлеше - тифлокомментарийлау менән танышты. 
Тифлосессияла Асҡын, Балаҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Нуриман, Салауат райондарынан мәҙәни ял итеү учреждениелары белгестәре ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны - 100 кеше булды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.