Республика Үҙәк Һайлау Комиссияһында ултырыш үтте.

В ЦИКе республики состоялось заседание Рабочей группы по взаимодействию с региональными отделениями общероссийских общественных организаций инвалидов
Ултырыш видеоконференцбәйләнеш режимында республиканың бөтә  территорияларында үтте. Студияларҙа урындағы инвалидтар ойошмаһы, ветерандар Союзы, волонтер ойошмалары етәкселәре урынлашты.
Республиканың Үҙәк Һайлау Комитеты секретары, Эшселәр төркөмөнөң председатель урынбаҫары Марина Долматова, мөмкинлектәре сикле граждандарҙың һайлау хоҡуғы эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. Эшселәр төркөмө ағзаhы Иван Мосунов һайлауҙар үткән урындарҙа инвалид һайлаусылар өсөн мөмкинлектәр булдырылғанлығын тикшереү буйынса һөҙөмтәләр менән таныштырҙы. Башҡортостан республика Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы эксперт-инспекторы Роберт Ғилманшин «Мөмкинлектәре сиклеләр өсөн асыҡ мөхит» презентацияһы менән сығыш яһаны. Мишкә муниципаль районы үҙәк һайлау комиссияһы председатель урынбаҫары Татьяна Коледина «Көмөш волонтерҙар» йәмәғәт ойошмаһы менән эшләү барышында туплаған тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Ултырыш аҙағында волонтер ойошмаларҙың инвалидтарға һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе ҡаралды. Һаңғырау һәм насар ишетеүселәр өсөн сурдотәржемә алып барылды.  

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.