Республика көнөнә ҡарата саралар

Мероприятия ко Дню Республики
 
Махсус китапханала һәм уның филиалдарында Республика көнөнә ҡарата саралар үткәрелде. 
10 октябрь "Содовик" паркында тантаналы сара уҙҙы. Парктағы асыҡ эстрадала "Ерем, йәшә!" байрам концерты гөрләне. Концертта милли-мәҙәни үҙәктәр, ҡала мәҙәниәт һарайы артистары һәм театр-концерт берләшмәләре ҡатнашты. Ошо уҡ ваҡытта парктың артҡы өлөшөндә "Арткнигофест" үтте.  Стәрлетамаҡ китапхана системаһы был сараны бер-нисә йыл рәттән үткәрә.

Махсус китапхананың Бәләбәй филиалы һуҡырҙар өсөн махсус коррекцион мәктәптең 3 класс уҡыусылары өсөн "Башҡорт флагы" мастер-класын ойошторҙо. Балалар дәүләттең төп атрибуттары: флаг, гимн һәм герб менән танышты. 
"Тыуған яҡ һуҡмаҡтары буйлап" әҙәби-музыкаль программаһы Стәрлетамаҡ һәм Бәләбәй филиалдары араһында онлайн режимда уҙҙы. "БРСБС-Клик" чатында рус һәм башҡорт шағирҙарының, композиторҙарының шиғырҙары һәм йырҙары яңғыраны.

 

 

 

 

 

 

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.