Презентация проекта "На перекрестке миров"

Презентация проекта "На перекрестке миров"

29 ноябрь махсус китапханала Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырылған "Донъялар сатында" проектының презентацияһы үтәсәк. 
Грант республиканың һуҡыр һәм насар күргән уҡыусыларына тыуған яҡты өйрәнеү буйынса йөкмәткеле мәғлүмәт ресурстарын тәьмин итеү һәм күреү һәләте ныҡ боҙолған кешеләрҙең мәҙәни-тарихи  белемен киңәйтеү өсөн әҙерләнгән. Яҙыусы Йәүҙәт Ильясовтың һуҡыр уҡыусылар өсөн ижадын презентациялау һәм Брайль шрифы менән баҫтырылған китаптар грант буйынса һуңғы йомғаҡ булып тора. 

Проектты тормошҡа ашырыу барышында Йәүҙәт Ильясовтың Брайль шрифы менән "Ҡара тол ҡатын" китабы 5 данала 4 китапта нәшер ителде. Рәсәйҙә, Үзбәкстанда, Башҡортостанда был һуҡыр уҡыусылар өсөн берҙән-бер уникаль баҫма. Махсус китапхананың тифлокомментаторы "Йәүҙәт Ильясов. Марстан килгән кеше" документаль фильмына тифлокомментарийҙар яһаны. 
Китапханала, уның филиалдарында һәм Башҡортостан Республика тифлоүҙәктәрендә презентацияны телекүпер ысулы менән үткәреү күҙ уңында тотола. Ошо уҡ телекүпер республика уҡыусыларын Үзбәкстан уҡыусыларын һәм яҙыусының ижадын һөйөүселәр менән бәйләйәсәк. Осрашыуҙа яҙыусының балалары - улы Йәнһәр һәм ҡыҙы Илона, шулай уҡ, документаль фильмды тыуҙырыусы Фәтхуллин Алиаскар Зиннәт улы ҡатнашасаҡ. 
«Ҡара тол ҡатын" китабының бер экземпляры Үзбәкстандың һуҡыр уҡыусыларына, тағы бер экземпляры 28-се коррекцион мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәренә бүләк ителәсәк. 
Йәүҙәт Ильясов - Башҡортостанда тыуған, оҙаҡ йылдар Үзбәкстанда йәшәүсе, Урта Азияның боронғо һәм урта быуаттар тарихы темаһын яҡтыртҡан күп әҫәрҙәр авторы. Ижади эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып повестар һәм романдар, театр сценарийҙары, шиғырҙар, мәҡәләләр һәм башҡорт, татар, үзбәк, рус телдәрендә тәржемәләр тора. 
Йәүҙәт Ильясовтың ижады һәм тормошо, грант эшенең һөҙөмтәләре тураһында әңгәмә 29 ноябрь 15:00 сәғәттә, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса буласаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.