“Өфө библиоэңерҙәре” үтте.

Уфимские библиосумерки 2017 прошли
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында “Өфө библиоэңерҙәре 2017” шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Быйылғы йылдың “Яңы уҡыу” темаһы Экология йылына бағышланды.
Килгән ҡунаҡтарҙы “Экологик аҡланда” тактиль китаптар күргәҙмәһе ҡаршыланы. Вируталь күргәҙмә “Был нескә планета” экологик темаға бағышланған баҫмалар менән таныштырҙы. Башҡортостан республикаһы Милли музей экспозициялары региондың флораһын һәм фаунаһын тәҡдим итте. Акцияла ҡатнашыу иҫтәлеге итеп, ҡунаҡтарға экопакеттар таратылды. Фито-барҙа төрлө үлән сәйҙәрен дә тәмләнеләр.
Акцияны, махсус китапхана директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирина Күсәрбаева асып ебәрҙе. Ошонда уҡ, фойела, ҡунаҡтар Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Мөнир Зөбәйеров менән дә осрашты. Рәиф Бадыҡовтың “Кадр эсенә сумыу” күргәҙмәһе лә ситтә тороп ҡалманы.
Бәләкәй балалар өсөн майҙанда, БДУ доценты Рәйсә Ғайсина, кескәйҙәрҙе үҙенең “Нефть тамсыһы” китабы менән таныштырҙы. Китап ябай ғына телдә нефттең барлыҡҡа килеүе, уның тәбиғәттәге һәм кеше тормошондағы роле тураһында һөйләй.
“Тотоп ҡарай торған зоопарк” майҙанында, ҡатнашыусылар, күҙҙе бәйләп, бармаҡтар менән генә контур буйлап хайуандарҙы танынылар.
Наталья Макарованың бисер үреү мастер-классы, күреү һәләтенән яҙып та, ошондай матур эштәр башҡарып булғанлығын иҫбатланы.
Ҡыҙыл китап биттәре буйынса уҙғарылған “Экологик башватҡыс” конкурсы ла үҙ еңеүселәрен билдәләне.
Теләүселәр “Район һәм ҡалалар буйлап сәйәхәт” конкурсында ла ҡатнаштылар. Рельефлы графика ярҙамында, республикабыҙ райондарының гербтарын билдәләнеләр.
Тауыш яҙҙырыу студияһында тәбиғәт тураһында башҡортса һәм русса лирик шиғырҙар яҙҙырҙылар.
Иң күңелле “Көйҙө билдәлә” конкурсы үтте. Унда бөтәһе лә көслө теләк менән ҡатнашты.
“Өфө библиоэңерҙәре”н Роман Пожидаевтың “Урман һуҡмағы” кинофильмы тамамлап ҡуйҙы. Акція аҙағында еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.