Өфө библио-эңерҙәре 2017

Уфимские библиосумерки 2017
“Библиотөн” Бөтә Рәсәй акцияһы рамкаһында, 22 апрель “Өфө библио-эңерҙәре” һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында уҙасаҡ.
“Библиотөн”дөң быйылғы темаһы – “Яңы уҡыу”. Ойоштороусылары – Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы һәм “Мәҙәниәт. РФ” мәҙәни мираҫ һәм йолалар порталы.
Махсус китапханала, төрлө йәш категориялары өсөн, “Экология йылы” темаһын яҡтыртҡан, 7 майҙан эшләйәсәк.
Фоторәссам Рәиф Бадыҡовтың “Кадр эсенә сумыу” күргәҙмәһе башҡорт еренең гүзәллеген аса. Акцияла ҡатнашыусыларға, республикала үҫкән үләндәрҙән, фито-сәйҙәр тәҡдим ителәсәк. Башҡорт еренең матурлығын һәм төрлөлөгөн күрһәтеүҙә, беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙ һәм акцияның даими партнерҙары – Башҡортостан республика Милли музейы ярҙам итәсәк.
Иң кескәй уҡыусыларыбыҙ өсөн фойела, төбәктең тәбиғәте, флораһы һәм фаунаһы тураһында, ҡулдан башҡарылған, тактиль китаптар булдырыласаҡ.
Төрлө павильондарҙа тәҡдим ителгән конкурстарҙа һәр кем үҙ көсөн һынай ала.  Тотоп ҡарап булған зоопарк, Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы буйынса экологик башватҡыс, иң яҡшы актер конкурсы, төрлө мастер-класстар, шиғыр уҡыусылар, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йырҙар, тәбиғәт тураһында әҙәби әҫәрҙәр белеү конкурстары мотлаҡ еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.
Һынлы сәнғәт һөйөүселәрҙе, билдәле башҡорт рәссамы, БР рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған рәссамы Мөнир Зөбәйеровтың “Бер рәсем күргәҙмәһе” көтә.
Майҙандарҙың береһендә Рәйсә Ғайсина “Нефть тамсыһы” китабын презентациялаясаҡ. Балалар өсөн әкиәт формаһында яҙылған был китап, быйыл, махсус китапханала, Брайль шрифты менән баҫтырылды. Рәйсә Сәхи ҡыҙы башҡорт дәүләт университеты доценты. Уның ғилми ҡыҙыҡһыныуҙарының бер йүнәлеше – кесе йәштәге мәктәп уҡыусыларына экологик белем биреү.
Теләүселәргә, акцияла ҡатнашыу иҫтәлеге итеп, акцияның эмблемаһы һәм Брайль шрифты менән исем-шәрифе яҙылған флаерҙар әҙерләнәсәк.
Акция, башҡорт кинорежиссеры Роман Пожидаевтың “Урман һуҡмағы” киноһын ҡарау менән тамамланасаҡ. Тифлокомментарийҙар махсус китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында яҙҙырылды. Шулай уҡ, ҡатнашыусыларҙы концерт программаһы көтә. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Сара 17:00 сәғәттә башлана, 21:00 сәғ. тамамлана.
“Витамин заводы” туҡталышына тиклем һәр төрлө транспорт төрҙәре бара.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.