«Өфө библио-эңере - 2014».

Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһы “Библио-төн - 2014” бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашып 25 апрелдә «Өфө библио-эңере» исемләнгән акция уҙғара.
«Библио-эңер 2014» проекты сиктәрендә, беҙҙең китапхана эш ваҡытын үҙгәртеп, уҡыусылар өсөн кискә тиклем эшләйәсәк.
Сараны "Юлдаш", "Спутник FM" радиолары яҡтырта. Акцияның эшлекле партнерҙары - "Каскад академияһы" кадрҙар әҙерләү үҙәге, "Смарт-Өфө" Ябыҡ акционерҙар йәмғиәте.
«Өфө библио-эңере» акцияһы Мәҙәниәт йылында республиканың территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтенең диологына арналған. Программала китапхана ҡунаҡтары музыкаль-театрлаштырылған тамаша аша беҙҙең республикала йәшәгән төрлө милләт авторҙарының әҫәрҙәре менән танышасаҡ.
Ҡунаҡтар иғтибарына һуҡырҙар өсөн яраҡлаштырылған махсус китапхананың үҙ баҫмалары, Башҡортостан Республикаһының милли музейы экспонанттары һәм республиканың Хәрби Дан музейының күргәҙмәләре тәҡдим ителәсәк.  
Бөтә Рәсәй акцияһындағы «Ваҡытты күсереү» исемле дөйөм тема Өфөлә «Ваҡыт таҫмаһы» тамашаһында сағылыш табасаҡ. Китапхана ҡунаҡтары республика һуҡырҙар махсус китапханаһының нәшриәт үҫеше миҫалында күреү һәләте сикләнгән кешеләргә мәғлүмәт еткереү ысулдарының һәм сараларының ваҡыт үтеү менән трансформацияланған, йәғни, үҙгәреш кисергән өлгөләре тарихы менән күргәҙмә материалдар ярҙамында таныша аласаҡ.
“Өфө библио-эңере” ҡунаҡтары китапхана эшмәкәрлеге менән бина буйлап үткәрелгән экскурсия ярҙамында ла, шулай уҡ, ике майҙансыҡта күрһәтелгән виртуаль экскурсия ярҙамында ла таныша ала.
Китапханаға килгән иң бәләкәс ҡунаҡтарға сенсорлы бүлмәлә ойошторолған уйын программаһы, тифло-комментарийлы йәнһүрәттәр тәҡдим ителәсәк.
“Өфө библио-эңере” ваҡытында башҡорт һәм рус телендә нәшер ителгән, күреү мөмкинлегенән мәхрүм балалар өсөн эшләнгән махсус форматлы “Балалар әҙәбиәте анталогияһы”ның исем туйы ла үткәреләсәк. Анталогияның төҙөүсеһе – балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина “Библио-төн”гә килеүселәрҙе үҙенең яҡташ яҙыусылары менән таныштырасаҡ.
Китапхана сайтындағы “Бергәләп уҡыйбыҙ” тип исемләнгән махсус биттең исем туйы Өфөлә тыуған, “Бельские просторы” журналында шиғырҙарын баҫтырған бер-нисә шағир ҡатнашлығында үтәсәк. “Библио-төн” ваҡытында уларҙың тауыштарын сайттан ишеттерәсәктәр.
Сара һуҙымында Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Белорет ҡалаларындағы республика һуҡырҙар китапханаһы филиалдарындағы, Салауат, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларындағы һәр кем өсөн тәғәйенләнгән тифло-үҙәктәрҙәге уҡыусыларға Скайп программаһы ярҙамында компьютер өлкәһендә грамоталылыҡты үҫтереү маҡсатында һорауҙарға яуап биреү ҙә ҡаралған. Махсус китапхана ҡунаҡтарына шулай уҡ тауышлы китап яҙҙырыу процесында ҡатнашыу, бүләк рәүешендә үҙеңдең тауышыңды компакт-дискыға яҙҙыртып алыу мөмкинлеге тәҡдим ителәсәк.  Һәр ҡатнашыусы “Библио-төн-2014” исемле махсус эмблема менән бүләкәләнәсәк, ә теләүселәр үҙенең исем- шәрифен Л. Брайль шрифтында яҙҙырып ала аласаҡ.
Акцияның йомғаҡлау өлөшөндә Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантына лайыҡ булған  “А. Тарковскийҙың “Солярис” фильмында китапхана” тип исемләнгән кино һөйөүселәр кисәһе үткәреләсәк.
“Өфө Библио-эңере” Башҡортостастан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында 2014 йылдың 25 апрелендә 16 сәғәттән 21 сәғәткәсә уҙғарыла. Бөтөн транспорт төрҙәре менән дә “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә. 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.