Нефтекамскийҙа тифлосессия

Тифлосессия в Нефтекамске
27 февраль Нефтекама ҡалаһында “Үҙәк китапхана системаһы” муниципаль бюджет учреждениеһы базаһында “Һаулығы сикле кешеләрҙе хеҙмәтләндереүҙә муниципаль китапханаларҙың роле” тифлосессияһы үтте.
Тифлосессияны һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Директор урынбаҫары Күсәрбаева Ирина “Инвалидтар хоҡуғы тураһында ООН Конвенцияһы буйынса мөмкинлектәре сикле граждандарҙың мәғлүмәт алыу хоҡуғы” доклады менән сығыш яһаны.
Инновацион-методик бүлек мөдире Ирина Борисевич “Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн мәғлүмәт алыу өсөн адаптив һәм виртуаль ысулдар” доклады менән сығыш яһаны. Ә тифлобаҫма бүлеге редакторы Фәнүр Бәҙретдинов “Һуҡырҙар өсөн сенсор ҡулайламалар” хаҡында мастер-класс үткәрҙе.
Тифлосессияла ҡатнашыусылар “бер нимәгә лә ҡарамаҫтан” тифлокомментарийлы фильмын ҡаранылар.
Тифлосессия түңәрәк өҫтәл менән тамамланды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.