Награждение победителей Республиканского конкурса

Награждение победителей Республиканского конкурса
Башҡортостандың  һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында 2015 йылдың 14 майында иртәнге сәғәт 11-ҙә мөмкинселектәре сикләнгән балалар араһында уҙғарылған “Еңеү вариҫтары” Республика конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙғарыласаҡ.   
Конкурс Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналып Мәҙәниәт министрлығының 2015 йылғы планына ярашлы рәүештә Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика һуҡырҙар китапханаһы тарафынан уҙғарылды.
Конкурстың төп маҡсаты– үҫеп килгән быуынды ватансылыҡ тойғоһонда тәрбиәләү, мөмкинселектәре сикләнгән балаларҙы йәмғиәт сараларында ҡатнаштырып, уларҙың аралашыу даирәһен киңәйтеү, һәләтен  үҫтереү.
Конкурс 2015 йылдың 1 мартынан 9 майға тиклем барҙы. Был сарала Республикабыҙҙың 14 ҡалаһынан һәм 27 районынан 346 бала ҡатнашты.
Конкурсҡа килде:
–   “Еңеү төҫтәре” һынлы сәнғәт номинацияһында–248 эш;
–   “Беҙҙең хәтерҙә”әҙәби конкурсҡа–59 эш;
–    “Һуғышһыҙ тыныс донъяла рәхәт” тактиль китап яһау– 18 эш;
–   “Һуғыш мәле балалары һөйләй”– видео-конкурс– 21 эш.
Был сарала төрлө министрлыҡ вәкилдәре, төрлө ойошмаларҙан конкурсты ойоштороуға булышлыҡ иткән  шәхестәр ҡатнашасаҡ.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47, адресы буйынса уҙғарыласаҡ.
Бөтә төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем килергә мөмкин.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.