“А. Н. Толстойҙың рухи хазинаһы”

«Духовные сокровища А.Н. Толстого»
16 ғинуар махсус китапханала, совет яҙыусыһы А. Н. Толстойҙың тыуыуына 130 йыл тулыу уңайынан, әҙәби сәғәт үткәрелде.
Сара барышында, китапхана ҡулланыусылары яҙыусының тормошо һәм ижады менән таныштылар.
Алексей Толстой 1883 йылдың 10 ғинуарында граф ғаиләһендә тыуған. Бәләкәй саҡтан ижадҡа ғашиҡ. Тәүге китабы – “Лирика” (1907) һәм “Һайыҫҡан әкиәттәре” (1910). Фантастик әҫәрҙәр ҙә яҙа (“Аэлита”, “Инженер Гарин гиперболоиды”).
1929-1945 йылдарҙа “Петр Беренсе” романы өҫтөндә эшләй.
Балалар өсөн “Алтын асҡыс, йәки Буратино мажаралары” әкиәтен яҙа. Буратиноның прототиб ы Карло Коллодиның Пиноккиоһынан алынған.
Әҙәби сәғәт тә тап ошо әкиәт буйынса викторина һорауҙарына яуап биреүгә ҡоролдо.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.