Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Ко Дню работника культуры
Рәсәй Федерацияһы президенты указы буйынса, 2008 йылдан алып, 25 март – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө тип билдәләнә.
Бөгөн, 23 март, Х. Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы залына, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен тантаналы бүләкләүгә йыйҙылар. Бүләкләү тантанаһын республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова алып барҙы.
“Ҡәҙерле дуҫтар! Бөткөһөҙ эштәрегеҙ өсөн һеҙгә һәм һеҙҙең коллегаларығыҙа оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ бергә тормош һәм мәҙәниәт ҡиммәттәрен формалаштырабыҙ, үткән быуындарҙан ҡалған иң бөйөк аманаттарҙы һаҡлайбыҙ. Мәҙәни мираҫты үҫтерәбеҙ, бөгөнгө көндө булдырабыҙ. Ветерандарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Сөнки тап улар беҙҙең эшебеҙгә ныҡлы нигеҙ һалғандар. Тап уларҙың тәүге кирбестәренә таянып эш итәбеҙ. Башҡортостан етәкселәре яғынан мәҙәниәт өлкәһенә оло иғтибар бүленә. Беҙ барыбыҙ ҙа тик камиллыҡҡа хеҙмәт итәбеҙ. Хоҙайға шөкөр, арабыҙҙа битараф кешеләр юҡ. Барағыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, илһам һәм ижади үрҙәр теләйем”, - тип билдәләне мәҙәниәт министры.
Мәҙәниәт эшмәкәрҙәре почет грамоталары менән бүләкләнде, ҡайһылары почетлы исемгә лә лайыҡ булды. Махсус китапханаға ла “2016 йылда Башҡортостан республикаһы халҡына күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн” рәхмәт хаты тапшырылды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.