Миңлегөл Хисамова менән осрашыу 

"Добрые встречи" с Минигуль Хисамовой
8 ноябрь М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында башҡорт шағирәһе Миңлегөл Хисамова менән ижади осрашыу үтәсәк. 
Лирик йырҙар һәм китаптар авторы, РФ дөйөм белем биреүҙең почетлы эшсеһе, РБ Яҙыусылар союзы ағзаһы Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы Хисамова 1948 йылда Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында донъяға килгән. 1972 йылда БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Ҡыйғы районы, Күмертау һәм Өфө мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1972 йыл - "Совет Башҡортостаны" гәзитендә, 1973 йыл - Үрге Ҡыйғы урта мәктәбендә, 1975 йыл - Күмертау ҡалаһының 2-се мәктәп-интернатында, 1983 йыл - Өфө ҡалаһының 8-се балалар йортонда тырышып хеҙмәт итә, 1985-2009 - Өфө ҡалаһының 28-се махсус мәктәп-интернатында тәрбиәсе. 
Шағирәнең тәүге "Сейәлек йыры" шиғырҙар йыйынтығы 1992 йылда баҫыла. Шулай уҡ, Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы "Тынлыҡтарҙа ҡалам", "Әсәйем нәҙере", "Һары мәтрүшкә" һ. б. йыйынтыҡтар авторы. Ижадының төп темаһы - тыуған ергә, ата-әсәгә, балаларына һәм ейәндәренә һөйөү. Уның шиғырҙарына күп лирик йырҙар яҙылған. 
Осрашыу барышында китапхана ҡунаҡтары шағирәнең тормошо һәм ижад юлы менән танышасаҡ. Автор һәм кисә ҡунаҡтары башҡарыуында шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраясаҡ. Шулай уҡ, мәктәп-интернат уҡыусылары ла башҡорт телендә шиғырҙар һөйләйәсәк.
Китапхана ҡулланыусылары өсөн махсус китапхана фондынан китаптар тәҡдим ителәсәк. 
Башлана: 15:00 
Адресыбыҙ: Өфө, Киров урамы, 47."Витамин заводы " туҡталышы.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.