#Минһайлауҙарғабарам2021 флешмобы 

Флешмоб #Яидунавыборы2021
2021 йылдың 19 сентябрендә Рәсәйҙә берҙәм тауыш биреү көнө үтәсәк. Был көндө төрлө кимәлдәге Һайлау кампаниялары үтәсәк. Уның эсендә Дәүләт думаһына депутаттар, Рәсәй Федерацияһының 12 субъектына башлыҡтар һәм 39 субъектҡа дәүләт власының закон органдарына депутаттар һайлау ҙа инә. 

Һайлаусылар араһында әүҙемлекте күтәреү маҡсатында Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы Башҡортостан республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы менән берлектә #Минһайлауҙарғабарам2021 флешмобын башлай. 
Махсус китапхана ҡулланыусылары, үҙҙәренең социаль селтәрҙәрендә ошо хештег менән фотографиялар һәм видеороликтар һалып, ҡатнаша алалар.

 #Яидунавыборы2021.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.