“Мин симфония тыңлар инем”

“Мин симфония тыңлар инем”
Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар  өсөн махсус китапханаһының сайтында “Мин симфония тыңлар инем” тигән яңы бүлек барлыҡҡа килтерелде. Был проект Башҡортостан Главы гранты эсендә һуҡырҙар китапханаһы Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры менән бергә тормошҡа ашырҙы.
Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн китапханаһы– ул мөмкинселектәре сикләнгәндәргә берҙән-бер махсуслаштырылған китап йорто һәм һаулыҡтары булмаған граждандарҙың берҙән-бер мәғлүмәт алыу урыны булып тора. Был проектты тормошҡа ашырыу – информацион технологияларҙың яңы баҫҡысҡа күтәрелеүен раҫлай.  Күреү һәләте насар булған, йәки тома һуҡыр уҡыусыларыбыҙ өсөн айырым алынған китапхана менән генә түгел, ә бөтә төр китапханалар аша мәғлүмәти яҡтан хәбәрҙәр булырға мөмкинселек бирә.
Тыңлаусыларҙың иғтибарына Башҡортостан Республикаһының күренекле композиторҙарының әҫәрҙәре Милли симфоник оркестр башҡарыуында (дирижеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Таһир Камалов) бирелә. Көйҙәр оркестрҙың тауыш яҙҙырыу студияһында атҡарылған(тауыш режиссеры– Г. Каретников). Сайтта башҡорт композиторҙарының  музыкаль әҫәрҙәре тестлы 30 секундлы итеп бирелгән. Уларҙы МРЗ ябай форматта тыңларға мөмкин. Әгәр ҙә һеҙҙе ниндәйҙер музыка ҡыҙыҡһындыра икән, уны LKF- форматында өйҙә тифлофлешплеерҙә тыңларға мөмкин.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан республикаһының “Һөйләүсе” сайты китапхананы асыҡ итеп  һәр потенциаль ҡулланыусыға барып етерлек итеп эшләй. Был инде “Һәр кемгә–мәғлүмәт” проектын тормошҡа ашырыуҙың бер төрө булып тора.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.