Мин донъяны бармаҡтарым аша таныйым... Йәки, файҙалы эш эшләнде.

“Уфимские ведомости” гәзитенең 39-сы һанында Өфөлә Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының китапхана пункты асылыуы тураһында хәбәр иттеләр.
 
Баш ҡаланың 30-сы һанлы күреү мөмкинлектәре сикле балалар китапханаһында насар күреүселәр өсөн махсус китаптар бүлеге барлыҡҡа килде. Хәҙер ошо районда йәшәүсе күреү мөмкинлеге сикләнгән балалар үҙҙәренең китапханаһында ғына махсус китаптар менән таныша аласаҡ. Ни тиһәң дә, барыһы ла ҡаланың бер осонан икенсе осонда урынлашҡан махсус китапханаға йөрөү мөмкинлегенә эйә түгел бит.
“Беҙҙең китапханала төрлө йәштәге уҡыусылар был китаптар менән уҡыу залында таныша, йәки, уларҙы йорттарына алып ҡайтып уҡый ала”, - тип һөйләне әйҙәүсе китапханасы Наталья Крайнова. Был пункттың асылыуын тормош үҙе талап итә. Уҡыусыларын китаптар менән тәьмин итеү – һәр китапхананың мөҡәддәс бурысы һанала.
Наталья Викторовна шулай уҡ яңыраҡ булып үткән бер ваҡиға тураһында ла һөйләне. Китапхананың әүҙем уҡыусыларының береһе – оло йәштәрҙәге бер апай үҙенең насар күреүсе ейәнсәре өсөн дә китаптар алғылаған икән. Әммә, ейәнсәренә ҙур яҙыулы китаптар кәрәклеген дә йәшермәгән. Апайҙа насар күреүсе ейәнсәрен уҡырға өйрәтеү теләге ҙур булған. Әммә, ҙур яҙыулы китаптарҙың булмауы ғына бәкәлгә һуҡҡан.
Шул саҡ китапхана хеҙмәткәрҙәре был мәсьәләне сисеү юлдары тураһында ныҡлап уйға ҡалған. Бындай кешеләргә нисек ярҙам итергә?.. Бөгөн китапханала ошондай 20 әсбап бар, тиҙҙән тағы 50 дана китап алып киләсәктәр. Яңы килтереләсәк китаптар ике төрлө: Брайль яҙыулы ҡабарынҡы нөктәле һәм ҡабарынҡы һүрәтле буласаҡ. Һуңғылары балалар араһында айырыуса ҙур һорау менән файҙалана: кемдең генә китап биттәрендә урынлаштырылған йомшаҡ уйынсыҡтарҙы тотоп ҡарағыһы килмәһен. Күреү мөмкинлеге сикләнгән сабыйҙар бит мәғлүмәтте ҡулдары аша ала. Тактиль китаптар уларға донъяны танып белергә ярҙам итәсәк.
Китаптар айына ике тапҡыр яңыртылып торасаҡ икән. Уларға заказ биргән саҡта китапхана хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта уҡыусыларҙың теләген иҫәпкә аласаҡ. Төп өлөштө әҙәби китаптар алып торһа ла, махсус китаптар ҙа буласаҡ. Сөнки, күп кенә насар күреүселәр уҡыуҙарын дауам итә. Мәҫәлән, әле кәштәләрҙә фен-шуй тәғлимәте буйынса китаптар ҙа, география буйынса әсбаптар бар. Был китаптар, насар күреүсе уҡыусыларға уңайлы булһын өсөн беренсе ҡатта урынлашҡан. Урамда махсус алтаҡта-афиша беркетеү тураһында ла уйлайҙар.
Карина Яҡупова, “Уфимские ведомости” гәзите корреспонденты.
Гөлнар Ишбулатова тәржемәһе.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.