Матусовскийҙың юбилейына арнап

Матусовскийҙың юбилейына арнап
Йырҙар ижад итеүсе Совет  шағиры  Михаил Матусовский 1915 йылдың 23 июлендә Луганск ҡалаһында фотограф ғаиләһендә яҡты донъяға килә. Беҙ Михаил Матусовскийҙы бөтә донъяға таралған йырҙарҙың авторы булараҡ беләбеҙ. “На безымянной высоте”, “С чего начинается Родина?”, “Подмосковные вечера” йырҙары һәр беребеҙгә таныш һәм яратып башҡарыла торған йырҙар. М. Матусовский һуғыш ветераны.
1977 йылда Матусовскийға йырҙар ижад ителгән “Березовый сок”, “Песня о гудке”, “Шахтерская песня” һ.б шиғырҙары өсөн  уға СССР-ҙың дәүләт премияһы тапшырыла.
Матусовский “Рабиндранат Тагор” исемле документаль фильмдың да авторы.
29 июлдә Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре  шағирҙың 100 йыллығына арнап Өфө ҡарттар һәм инвалидтар йортонда музыкаль сара уҙғарҙылар.
 Махсус китапхананың китапханасыһы  Гөлшат Солтанморатова бик ҡыҙыҡлы итеп шағирҙың тормош юлында булған фәһемле ваҡиғалар хаҡында һөйләп кенә ҡалманы, йыр яҙмаларын да тыңлатты. Залда ултырған тамашасылар  ҡушылып үҙҙәре лә йырланы.
 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.