Махсус китапханала реабилитацион уйындар

Махсус китапханала реабилитацион уйындар
8 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында бер юлы күреү һәм ишетеү һәләттәре насар булған ҡулланыусылар өсөн төрлө өҫтәл уйындары менән танышыу  сараһы уҙғарылды.
Уйындар бер юлы күреү һәм ишетеү һәләттәре булмағандар өсөн Мәскәү ҡалаһынан “Со-единение” фонды тарафынан ебәрелгәйне. Уйындар ишетеү һәм күреү һәләттәре булмағандар өсөн махсус эшләнгәндәр.
Хәҙер бындай уйындар беҙҙең китапханала ла бар, сөнки ҡулланыусылар һәм уҡыусылар  беҙгә мәғлүмәт алыу өсөн генә түгел, буш ваҡыттарында бер-береһе менән аралашырға ла киләләр. Уйындар араһында өҫтәл боулингы, кульбутто, джаккало, эластик, “Матрешка” һ.б. ҙа бар.
Уйындың һәр төрө тикшерелгән һәм ошо сарала ҡатнашыусылар тарафынан юғары баһаланған.
Ныҡ ҙурайтылған уйын ҡыры, хәрәкәтләнеүсе элементтар, сағыу төҫтәр ҡулланыусыларға  файҙаланыуҙы ябайлаштыра.
Осрашыу сәй өҫтәле артында ҡулланыусыларҙың  үҙ-ара фекер уртаҡлашыуы менән тамамланды.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.