Махсус китапханала Лорма азбукаһы

Обучение азбуке ЛОРМа
Бөгөнгө көнгә тиклем махсус китапханала Брайль шрифты менән баҫтырылған китаптар ғына бар ине.
Ләкин аралашыуҙың башҡа ысулдары ла бар. Ул – Лорма коды. Сит илдә ул киң таралған. Азбуканы рус теленә Юрий Крылатов тәржемә иткән. 
Дактилологиянан айырмалы рәүештә, Лорма кодының төп маҡсаты – һиҙемләүгә ҡайтып ҡала. Шулай уҡ, ошо азбука буйынса һаңғырауҙар ишетеүсе һуҡырҙар менән дә аралаша ала. Бының өсөн махсус һүрәттәр төшөрөлгән карточкалар ҡулланыла. 
Был аралашыу системаһының үҙенсәлектәре:
- Лорма коды буйынса аралашырға өйрәнеү еңел үҙләштерелә;
- Дактилология етешһеҙлектәренән азат;
- Төрлө группа инвалидтары менән аралашыу өсөн дә уңай.
2017 йылдың ноябренән махсус китапханала Лорма азбукаһына өйрәтеү башланды. Өфөлә был азбуканы туған телдә өйрәнеү, педагогика институтының 4 курс студенткаһы Шайхайдарова Р. Ф. Һәм психология һәм махсус педагогика кафедраһы доценты Ҡасимова Э. Г. Тарафынан булдырылды. Уҡытыу башҡорт, татар һәм рус телдәрендә алып барыла. 
Ғилми эш “Ғилем һәм белем биреү”, һуҡыр-һаңғырауҙарға ярҙам итеү фонды “Берләшеү” программалары рамкаһында башҡарылды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.