Махсус китапхана уҡыусыларына бүләктәр

Махсус китапхана уҡыусыларына бүләктәр
Яңы йыл алдынан бүләктәр бирешеү ғәҙәткә ингән, “Мегафон” компанияһы ла үҙ сиратында Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының һуҡыр ҡулланыусыларына балалар өсөн иллюстрациялы китаптар һәм “Батальон” фильмының дисктарын бүләк итте.
“Мегафон” компанияһы Хәйриә фондының меценаты һәм “Бүләккә китаптар” программаһының ҡатнашыусыһы булып тора.
Хәйриә фонды тарафынан балалар өсөн баҫылған “Кескәй һуҡыр балаларға иллюстрациялы китаптар” балаларҙың күреү һәм һүрәтте тактиль аңлау үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлә.
Журналист һәм продюсер Лидия Андреева һәм “Тере йөрәктәр” Хәйриә фонды тарафынан барлыҡҡа килгән фильм “Һуҡырҙар һәм һаңғырауҙарға кино” проекты сиктәрендә яҙылған. Был проект заманса кинематографияны махсус технологиялар ярҙамында күреү һәм ишетеү һәләттәре булмаған инвалидтарға аңлайышлы итергә ярҙам итә. Был фильмдарҙа тифло аңлатмалар бар, ул сценарист һәм диктор тарафынан кадр артында һүрәтләнгән видеолар теҙмәһе. Ошо технологиялар буйынса яҙылған фильмдар күреү һәләттәре сикләнгәндәр өсөн берҙән-бер кино “ҡарау” мөмкинлеге, ә ишетеү һәләттәре насар булғандарға экрандағы субтитрҙар ярҙамға килә.
Әлеге ваҡытта махсус китапхана коллекцияһында 60-тан ашыу тифло аңлатмалы фильм бар, шуларҙың 15 китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында яҙылған. “Мегафон” компанияһы һәм “Тере йөрәктәр” Хәйриә фонды эшмәкәрлеге арҡаһында беҙҙең тифло аңлатмалы фильмдар коллекцияһы яңы кинолар менән тулылана.
Яңы йыл алдынан китапхананың кескәй һәм оло йәштәге ҡулланыусылары исеменән “Мегафон” компанияһы хеҙмәткәрҙәренә һәм Башҡортостан республикаһы Приволжский филиалының төбәк бүлексәһенә күрһәткән иғтибар һәм ярҙамдары өсөн; Михаил Самарскийға һәм “Тере йөрәктәр” Хәйриә фондына идеялары һәм проектты алға ебәреүҙә ярҙамдары өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм изгелек, һаулыҡ теләйбеҙ. 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.