Махсус китапхана ҡулланыусылары Хәрби Дан музейында

Читатели специальной библиотеки в музее Боевой Славы
18 май, "Музейҙар төнө - 2022" Бөтә Рәсәй акцияһы алдынан, М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы ҡулланыусылары менән Республика Хәрби Дан музейына барып ҡайтты. 
Уҡыусылар төп һәм махсус яраҡлаштырылған экспонаттар менән танышты. Даими барған экспозиция - "Башҡортостан Икенсе бөтә донъя һуғышында. Экспонаттар Брайль системаһы буйынса башҡарылған этикетаждар менән бирелгән. 
Музейҙың икенсе этажын тулыһынса "1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында хәрби хәрәкәттәр" экспозицияһы биләй. Ул хәрби хәрәкәттәрҙең айырым бер ваҡытына арналған тематик бүлектәрҙән тора. 
"Сталинград оборонаһы", "Курск алышы", "Төньяҡ-көнбайыш йүнәлеше", "Көньяҡ йүнәлеш", "Мәскәү күге һағында", "Паньшино ауылы эргәһендә алыш", "Берлинға!" диорамалары яҡташыбыҙ Ғәзи Заһитовтың батырлығы тураһында һөйләй. 
Музей хеҙмәткәрҙәре орден һәм миҙалдарҙы, хәрби көнкүреш әйберҙәрен, техникалар макеттарын, Калашников автоматын тотоп ҡарарға рөхсәт итте. 
Экскурсиянан һуң сәйәхәт Еңеү паркында дауам итте. 
Республика Хәрби Дан музейы етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә экскурсия өсөн рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.