Махсус китапхана "Китап-байрам" халыҡ-ара китап йәрминкәһендә

Библиотека для слепых на Международной книжной ярмарке «Китап-байрам»
26 майҙан 28 майға тиклем Өфөлә беренсе тапҡыр халыҡ-ара "Китап-байрам" йәрминкәһе үтәсәк. Ҡатнашырға саҡырабыҙ! 
Махсус китапхананың интерактив майҙанына саҡырабыҙ. Йәрминкәнең бөтә көндәрендә лә 10 алып 22 сәғәткә тиклем көтөп ҡалабыҙ. 
26 май/йома
Китапханасылар тактиль китап күргәҙмәһе менән таныштырасаҡ. 
Брайль шрифын өйрәнеү буйынса мастер-класта, бар теләүселәрҙе билдәле алты нөктәле шрифт менән таныштырасаҡ. Шулай уҡ, майҙанда ҡунаҡтар термомейес ярҙамында ҡабарынҡы график рәсемдәр яһауҙы күрә ала. Ошонда уҡ һуҡырҙар өсөн баҫтырылған китаптарҙы күрергә мөмкин. 
27 май/шәмбе 
"Библиотөн - 2023" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә, махсус китапхана саралар серияһын тәҡдим итә. 
Иң кескәй уҡыусылары өсөн тактиль китаптар яһау мастер-класы үтәсәк. Айырым майҙанда "Бергәләп уҡыйбыҙ! Балаларға тактиль китап" республика конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы буласаҡ. Конкурс иң яҡшы тактиль китап яһау практикаһын асыҡлау өсөн ойошторолдо. Тантана Бәйләнештә социаль селтәрендә онлайн барасаҡ. 
Библиотөндөң бөтә ҡунаҡтарын да китап күргәҙмәләре, экскурсиялар, яҙыусылар, билдәле шәхестәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу көтә. 
Шулай уҡ, фестиваль сиктәрендә, конкурстар, шәфҡәтлелек акциялары, һирәк китаптар күргәҙмәһе буласаҡ. 
28 май/йәкшәмбе 
11:00 - "Һуҡырҙарға ситуацион ярҙам күрһәтеү" мастер-класы. 
Спикерҙар: Юрий Панчишин - дефектолог, тифлопедагог, Рәсәй дефектологтар союзы ағзаһы; Руслан Шәйхуллин - ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының йәмғиәт советы ағзаһы, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһы ағзаһы; Роберт Ғилманшин - эксперт-инспектор. 
Көн дауамында китапханасылар тактиль китаптар күргәҙмәһе менән таныштырасаҡ. Ошонда уҡ "Башҡортостан"  киностудияһы тарафынан сығарылған мультипликацион фильмдар ҡарарға мөмкин.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.