"Көрәшергә, эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә" әҙәби сәғәте

Литературный час «Бороться, искать, найти и не сдаваться»
 
19 апрель М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре 28-се интернат-мәктәптең 7-се синыф уҡыусылары өсөн "Көрәшергә, эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә" әҙәби сәғәтен үткәрҙе. Сара Валентин Кавериндың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналды. 
Китапханасылар балаларҙы автор һәм уның ижады, билдәле әҫәрҙәре, уларҙың төп геройҙары менән таныштырҙы. Балалар Валентин Кавериндың тормошонан ҡыҙыҡлы факттарҙы белде. "Ҡом сәғәте" әкиәтен тыңланылар. Был әҫәр юҡҡа ғына һайланманы. Әкиәт геройҙары менән бергә уҡыусы яманды яҡшынан айырырға, үҙеңдә мөхәббәт, дуҫлыҡ, тоғролоҡ хистәрен үҫтерергә һәм һаҡларға өйрәнә.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.