Новости

07.02.2024
Книжная выставка «Знаток природы - Бианки»
Махсус китапхана абонементы "Бианки - тәбиғәт белгесе" китап күргәҙмәһен аса. Экспозиция Виталий Валентин улы Бианкиның тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышлана. 
Виталий Бианки 1894 йылдың 11 февралендә Санкт петербург ҡалаһында билдәле рус ғалимы, биолог Валентин Бианки ғаиләһендә тыуған. Бала сағы атаһы янында Зоология музейында үтә. Үҫмер сағында футбол менән шөғөлләнә. Тәүҙә Филология гимназияһында, аҙаҡ Столбцов шәхси гимназияла белем ала. 1916 йылда Артиллерия училищеһына йүнәлтелә. 1917 йылда эсерҙар партияһына инә. Ҙур повестары: "Одинец", "Аскыр", "Сысҡан Пик" һ. б. 
05.02.2024
Книжная выставка «Александр Матросов: подвиг и судьба»
Махсус китапхана абонементы уҡыусылары иғтибарына Советтар Союзы Геройы, Ленин ордены кавалеры Александр Матвей улы Матросовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Александр Матросов: батырлыҡ һәм яҙмыш" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Матросов Александр Матвей улы - Калинин фронтының 22-се армияһы 6-сы Сталин Себер ирекле уҡсылар корпусы И. В. Сталин исемендәге 91-се айырым Себер ирекле бригадаһының 2-се айырым батальоны уҡсы-автоматсыһы, ҡыҙылармеец. 1943 йылдың 8 сентябрендә СССР оборона халыҡ комиссары И. В. Сталин бойороғо менән Матросов исеме 254-се гвардия уҡсылар полкына бирелә, ә ул үҙе мәңгелеккә был частың 1-се ротаһы исемлегенә индерелә. Был Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР оборона халыҡ комиссариатының һәләк булған геройҙы мәңгелеккә хәрби частар исемлегенә индереү тураһында беренсе бойороғо була.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.