"Китапхана бульвары: китап менән осрашыу" акцияһы

Акция «Библиотечный бульвар: встреча с книгой»
20 июль, китап уҡыуҙы популярлаштырыу маҡсатында, асыҡ һауала "Китапхана бульвары: китап менән осрашыу" акцияһы үтте. 
Китапханасылар ололарға һәм балаларға Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының эше, махсус форматтарҙағы китаптар тураһында һөйләнеләр. Балалар өсөн китаптар менән таныштырҙылар, рус халыҡ әкиәттәрен уҡынылар, күңелле викторина үткәрҙеләр.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.